Герб
Муниципальное бюджетное учреждение
Культурно-досуговый центр
муниципального района Дуванский район Республики Башкортостан
Выбрать язык
Телефоны
Адрес
452530, Дуванский район с. Месягутово, ул. Крупская,1

Праздник гусиного пера

19 ноября

Ауылда ҡаҙ- өйрәк өмәләре гөрләп торған мәл.
Рахматуллин ғаиләһендә лә бик күңелле итеп ҡаҙ өмәһе байрамы үткәрҙек.Өмәгә эшкә уңған ҡатындар саҡырыла.Ҡаҙҙарҙы ла йомшаҡ күңелле кеше салырға тейеш, ите тәмле, йомшаҡ булһын өсөн.Ҙур ҡаҙанға ут яғыла, ҡайнар һыуҙа, эре йөндәрен, ҡанаттарын алып бешекләйбеҙ.Һыулы ҡаҙҙарҙы һөртөп, таҙа итеп йолҡабыҙ.Хәрәм йөндәрен алмайбыҙ.Өй хужаһы ҡаҙҙарҙың ҡалған йөндәрен өтөп бирә, артабан тышын йыуабыҙ. Эсен алыу ҙа бик мәшәҡәтле эш, эс майын, эсәктәр араһындағы майҙанын айырып алабыҙ.Бауыр, йөрәк,бөйөрләтәүҙәрен дә айырып алабыҙ. Ҡайнар һыуҙа ҡаҙҙарҙың эсен бешекләйбеҙ. Башын, тәпәйҙәрен дә таҙартабыҙ.Йылғаға барып, ҡаҙҙарҙы тағы ла сайҡатып ҡайтабыҙ.
Башын,бот итен ирҙәргә бирәбеҙ,ҡанатын- тәпәйҙәрен ҡатын- ҡыҙҙар ашарға тейеш.
Өмәлә ҡатнашыусыларға рәхмәттәр әйтеп, өлөштәрен биреп, оҙатып ҡуябыҙ.
Байрамда ҡатнашыусыларға ҙур рәхмәт емде белдерәм, имен-аман һуйған һуғымда рыбыҙҙы балаларыбыҙ, тыуғандарыбыҙ, күршеләребеҙ менән ашарға насип булһын!
Доньяларыбыҙ имен, үҙебеҙ һау- сәләмәт булайыҡ!